1. Родителям
  2. Новости
  3. Милли кейем көнө/День национального костюма

Милли кейем көнө/День национального костюма

Сентябрь 30, 2020 Просмотров: 27

Килмәк мәктәбендә Милли кейем көнөнә арналған асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре үтте. Унда башҡорт милли кейемен яҡшы белеүсе ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре – Зөбәйлә Ирмөхәмәт ҡыҙы Ишбирҙина, Хазина Рамаҙан ҡыҙы Кашапова, Алмира Данияр ҡыҙы Баймөхәмәтова саҡырылды. Ойоштороу эштәрендә Килмәк клубы мөдире Илмира Йомадил ҡыҙы Хисмәтуллина ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡунаҡтар үҙ ҡулдары менән яһаған түшелдеректәре, ҡашмауҙары, башҡорт күлдәктәре тураһында һөйләне. Теләгән балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә әҙер булыуын белдерҙеләр. Милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән был саралар уҡыусылар өсөн бик фәһемле, әһәмиәтле булды.

      Шулай уҡ уҡыусылар мәктәп музейында һаҡланған башҡорт милли костюмдарын ҡаранылар. “Милли кейемдә - фото” фйлешмобында ҡатнашып, бер-береһен үҙҙәренең мәктәпкә алып килгән костюмдары менән дә таныштырҙылар. “Иң боронғо милли кейем”   номинацияһында мәктәп хеҙмәткәре Вафира Талипованың башҡорт күлдәге билдәләнде. 5 синыф уҡыусыһы Йәмилә Фәррәхова флешмобта иң йәш ҡатнашыусы булды.  “Эш кейеме – милли стилдә” номинацияһында 11 синыф уҡыусылары билдәләнде. Ә китапханасы Рәмилә Әмир ҡыҙы Хәлиуллина “Эшкә – милли кейемдә” флешмобында ҡатнашты.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнир Иҡсанов